-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2020, 23:43

ВАКЦИНАНЫҢ ХАҠЫ БИЛДӘЛЕ

Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Татьяна Голикова билдәләүенсә, илдә вакцинациялау киләһе йылда башланасаҡ. Бюджеттан аҡса бүлеү ҡаралған, ул рәсәйҙәргә түләүһеҙ буласаҡ.

ВАКЦИНАНЫҢ ХАҠЫ БИЛДӘЛЕ Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Татьяна Голикова билдәләүенсә, илдә вакцинациялау киләһе йылда башланасаҡ. Бюджеттан аҡса бүлеү ҡаралған, ул рәсәйҙәргә түләүһеҙ буласаҡ. Рәсәй етештереүеләре вакцинаның һәр дозаһын 10-ар долларҙан һатырға йыйына. Был әле АҠШ-та етештерелә башлаған препараттан 2-3 тапҡыр арзаныраҡ. Бынан тыш, АҠШ препаратын һаҡлау бик ҡиммәткә төшәсәк. Етештереүселәр билдәләүенсә, донъялағы барлыҡ ҡулланыусыларҙың тәүге йылда уҡ 10 миллиард долларлыҡ вакцина алыуы көтөлә. Күпселек илдәр бөгөн Рәсәй етештереүселәре менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм беҙҙең препаратты һатып алырға теләй. Эксперттар вакцинация уңышлы үтһен өсөн 2 доза ҡабул итергә кәрәк ти. Рәсәй препаратының ышаныслы булыуы һәм арзанға һатылыуы баҙарҙың Рәсәй файҙаһына булыуын раҫлай.
Читайте нас: