100 МЕҢ ҺУМЛЫҠ ГРАНТ КЕМГӘ ЭЛӘКТЕ? Башҡортостанда «Эшҡыуар әсә» тигән федераль программа буйынса үҙ эшен асырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 19 ноябрҙән алып биш көнлөк курста уҡый башлауы тураһында һөйләгәйнек инде: БАШҠОРТОСТАНДА ӘСӘЛӘР ЙҮНСЕЛЛЕККӘ ӨЙРӘНӘ. Унда 30 бизнес-проект авторы ҡатнашыуы һәм, курс тамамланғас, проекттары конкурста ҡатнашып, еңеүсе асыҡланасағы, уны ҙур приз көтөүе тураһында хәбәр иткәйнек. Еңеүсе асыҡланған. Бизнес-проекттар буйынса беренселекте Альбина Мортазина алған. Уның проекты «Бергәләп бәхетле» ғаилә спорт клубын асыуҙы күҙә тота. Альбинаның проектын тормошҡа ашырыуға Amway хәйриәлек фондының 100 000 мең һумлыҡ гранты тапшырылған. Был аҡсаға йәш эшҡыуар үҙе йәшәгән Өфө районы Миловка ауылында ҡышҡы каток төҙөү өсөн ҡорамал һатып алырға йыйына. Уҡыу «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге тарафынан тормошҡа ашырылды. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы программаның операторы булды. 100 000 һумлыҡ гранттан башҡа, ҡатнашыусыларға төрлө бүләктәр тапшырылды. «Amway»ҙан бер эшҡыуар, мәҫәлән, Ксения Червоның проектын билдәләне һәм уны бүләкләне. Гөлсинә Вәлиеваның проектына БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан бухгалтер һәм һалым хеҙмәтләндереүе ярҙамына йыллыҡ сертификат тапшырылды. Палата президенты Тимур Хәкимов курста ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә, йыл аҙағына тиклем уларҙы Палата ағзалығына түләүһеҙ ҡабул итергә һүҙ бирҙе. Ике ҡатнашыусы Палатаға ағза булып инеп тә өлгөрҙө. Ә өс йәш әсә Палата ярҙамында юридик шәхес булып теркәлде.