218-19-19 ТЕЛЕФОНЫ АША, ҺЕҘҘЕҢ БАРЛЫҠ ҺОРАУҘАРЫҒЫҘҒА ЛА ЯУАП БИРӘСӘКТӘР.
Эш тәжрибәһенең Рәсәйҙә таралыу табыуы ихтимал
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән эшләй башлаған Йоғошло сиргә ҡаршы ситуация үҙәге тәүге ыңғай һөҙөмтәләрен иғлан итте. Һуңғы аҙнала Үҙәккә 5647 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Бер көндә генә мең ярымға тиклем кеше шылтырата һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала. Үҙәк етәксеһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева әйтеүенсә, Үҙәктә бөгөн 113 оператор, 12 тим-лидер, 33 һаулыҡ һаҡлау эксперты көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем, юғарыла яҙылған телефон аша хеҙмәтләндерә. Үҙәктең эшендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте һәм Хөкүмәт аппараты белгестәре ярҙам итә.
Бөгөн Үҙәктә йоғошло сир менән бәйле амбулатор дауаланыу, поликлиникала ҡабул итеү, өйҙә килеш медицина ярҙамы алыу һымаҡ көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүселәр анализдарын асыҡлау, түләүһеҙ дарыуҙар алыу, госпиталдәрҙә дауаланыусы яҡындары хаҡында белешмәләр алыу мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостандың эш тәжрибәһе Рәсәй төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм был эш алымының башҡа яҡтарға ла таралыуы бик ихтимал.