+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 11:00

Башҡортостанда икенсел сеймал өҫтәлгән ПЭТ-гранулалар етештереләсәк

СИБУР нефть химияһы компанияһы Благовещенск ҡалаһындағы «Полиэф» предприятиеһында йыл һайын 34 мең тонна икенсел сеймал ҡулланып ПЭТ-гранулалар етештерергә йыйына.

Башҡортостанда икенсел сеймал өҫтәлгән ПЭТ-гранулалар етештереләсәк СИБУР нефть химияһы компанияһы Благовещенск ҡалаһындағы «Полиэф» предприятиеһында йыл һайын 34 мең тонна икенсел сеймал ҡулланып ПЭТ-гранулалар етештерергә йыйына. Гранулалар етештереү өсөн аҙыҡ-түлек тултырып һатыуға сығарылған һәм ҡулланғандан һуң сүпкә сыҡҡан полимер һауыттарҙы һәм ҡаптарҙы ҡулланасаҡтар. Был материалдан тәүҙә ПЭТ-флекс, йәғни ПЭТ киҫәктәре эшләнәсәк. Икенсел сеймал башҡа төбәктәрҙән дә килтереләсәк, әммә Башҡортостанда йыйылғанға өҫтөнлөк биреләсәк. Продукция етештереү өсөн икенсел сеймал ҡулланыу «Экология» милли проекты талаптарына яуап бирә. “Полиэф” директоры Евгений Семенько билдәләүенсә, икенсел полимер һауыттар сеймалын ҡулланып етештереү 2022 йыл уртаһынан башланасаҡ. Баҙарға беренсел дә, икенсел дә ПЭТ тәҡдим итеп, предприятие йомоҡ иҡтисад циклына күсәсәк. ПЭТ (полиэтилентерефталат) аҙыҡ-түлеккә ҡарата инерт материал булып тора, кешегә лә, тәбиғәткә лә хәүефһеҙ. Ул аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, көнкүреш химияһы һ.б. тармаҡтарҙа ҡулланыла. Һүрәттә: полиэтилентерефталатты ҡабатлап эшкәртеүҙең халыҡ-ара тамғаһы (Википедиянан).
Читайте нас: