+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 13:25

ДЖОН МАККЕЙН ҺАМАН ТЫНЫСЛАНА АЛМАЙ

Элек Советтар Союзына, һуңғы йылдарҙа Рәсәйгә ҡаршы иң аяуһыҙ сәйәсмәндәрҙең береһе Джон Маккейн бер нисә йыл элек вафат булғайны. Сенаторҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында үҙе үлгәндән һуң АҠШ хәрби диңгеҙ флотының иң ҙур караптарының береһенә уның исемен бирҙеләр.

Сәйәсмән үҙе мәрхүм булһа ла, уның Рәсәйгә ҡаршы этлектәрен дауам итеүсе вариҫтары бар әле. Ошо аҙнала “Джон Маккейн” хәрби карабы Рәсәй территорияһына ҡараған һыу биләмәһенә килеп инде һәм ҙур шау-шыу ҡуптарҙы. Караптағылар быны навигаторҙар хатаһы, картаның аныҡ билдәле булмауы менән аңлата. Кем белә, был, бәлки, үҙҙәренсә йоҙроҡ күрһәтеү йә сәйәсмәнде иҫкә төшөрөү сараһы булғандыр.
Читайте нас: