-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 19:50

ПЕНСИЯ ФОНДЫН ЮҠҠА СЫҒАРҺАҠ, АҠСАҺЫН КЕМ ЙЫЙЫР?

Пенсия фондын тәнҡитләү – Рәсәйҙә иң отошло темаларҙың береһе. Уны кем генә тәнҡит утына тотмай! Мәҫәлән, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский Пенсия фондын тәнҡитләү иҫәбенә һәр һайлауҙа тауыштар йыя. Бына әле лә Жириновский, һанлаштырыуға күсһәк, эш биреүсе менән бюджет араһында Пенсия фондына урын ҡалмай, тип иҫәпләй.

Пенсияны таратҡансы аҡсаһын эш биреүселәрҙән йыйып алырға кәрәк тә баһа. Пенсия фонды бүлексәләрендә хакимлыҡ иткән коррупция һәм юғары эш хаҡы, әлбиттә, тәнҡитләүгә һәм үҙгәртеп ҡороуға мохтаж, ләкин эш хаҡының һәр 2-се һумы ваҡытында түләнмәгән, ә эш хаҡы конвертта түләнгән илдә Пенсия фонды өсөн аҡсаны йыйып алыу иң төп проблемаларҙың береһе булып тора.
Әлбиттә, һанлаштырыу эште еңеләйтәсәк, яңы система аҡсаны йыйыр ҙа, таратыр ҙа, тик эш биреүселәр Пенсия фондына тигән иғәнәне ваҡытында күсерә алырмы?
Читайте нас: