+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 20:15

ТӨБӘК ПРОЕКТЫНЫҢ ЙӨҘӨ МЕНӘН ТАНЫШАЙЫҠ

Өфө – Ырымбур трассаһында йөрөүселәр араһында эшҡыуар Игорь Ивановтың портреты төшөрөлгән баннерға иғтибар итеүселәр күптер. Был һүрәттең геройы оло юл өҫтөнә буштан-буш ҡына эленмәгән. Игорь Иванов – «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проектына ингән «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу» төбәк проектының Ауырғазы районы биләмәһендәге амбассадоры, йәғни йөҙө.

ТӨБӘК ПРОЕКТЫНЫҢ ЙӨҘӨ МЕНӘН ТАНЫШАЙЫҠ Өфө – Ырымбур трассаһында йөрөүселәр араһында эшҡыуар Игорь Ивановтың портреты төшөрөлгән баннерға иғтибар итеүселәр күптер. Был һүрәттең геройы оло юл өҫтөнә буштан-буш ҡына эленмәгән. Игорь Иванов – «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проектына ингән «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу» төбәк проектының Ауырғазы районы биләмәһендәге амбассадоры, йәғни йөҙө. Бындай абруйлы статус Ивановҡа ул етәкселек иткән «АуырғазыМонтажСервис» предприятиеһының уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн бирелгән. Ивановтың предприятиеһы баҙарҙа тиҫтә йылдан ашыу эшләй. 21 кешелек коллектив коммуникациялар, инженерлыҡ системалары, газ ҡорамалдары һәм газ ҡаҙанлыҡтары ҡороу, эшләтеп ебәреү-көйләү, металл конструкциялар әҙерләү, төҙөлөш, капиталь ремонт кеүек эштәр менән шөғөлләнә. Предприятие, аукциондарҙа ҡатнашып, заказдар ала. Эштәр географияһы йылдан-йыл киңәйә: Өфөгә, Ҡазанға, Стәрлетамаҡҡа һәм төрлө райондарға эшкә саҡыралар уларҙы.
Читайте нас: