+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2020, 13:38

ТУЙМАЗЫЛА ГАРАЖДА ИКЕ ИРҘЕҢ КӘҮҘӘҺЕН ТАПҠАНДАР Улар автомобиль салонында нимә эшләгән?

Тәүге һыуыҡтар төшкәс тә, кешеләр юғала башлаһа, уларҙы урамдан түгел, гараждарҙан эҙләргә кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетында белдәрәүҙәренсә, был фажиғә йыл һайын ҡабатлана.

ТУЙМАЗЫЛА ГАРАЖДА ИКЕ ИРҘЕҢ КӘҮҘӘҺЕН ТАПҠАНДАР
Улар автомобиль салонында нимә эшләгән?
Тәүге һыуыҡтар төшкәс тә, кешеләр юғала башлаһа, уларҙы урамдан түгел, гараждарҙан эҙләргә кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитетында белдәрәүҙәренсә, был фажиғә йыл һайын ҡабатлана. Эшләп ултырыусы автомобиль двигателенән сыҡҡан газдың еҫе һәм төҫө юҡ. Һөрөмлө газдың һауала 1 проценттан артыуы кешеләрҙең һушын юғалтыуға, аңы томаланыуға һәм үлемгә килтерә. Туймазылағы осраҡта ике ир двигатель эшләп ултырған килеш, ремонт менән шөғөлләнгән һәм аҙаҡтан йылыныр өсөн салонға кереп ултырған, тип фараз ителә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт үҙәге бындай осраҡтарҙа двигателдәрҙе эшләтмәҫкә кәңәш бирә.
Читайте нас: