+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 13:21

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫНА ТАҒЫ БЕР МӨҺИМ АППАРАТ АЛЫНДЫ

Яман шештән дауалау өсөн республика дауаханаларына яңынан-яңы ҡорамалдар ҡайтарылып тора. Әле бына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылып килгән «Онкологик ауырыуҙар менән көрәш» программаһы буйынса Республика онкология диспансерына Discovery RT компьютерлы томографы һатып алынған. Аппарат ДжиИ Ханвэй Медикал Системз Ко компанияһында етештерелгән.

Был күп спиралле компьютер томографы пациентты нурланыш терапияһын үткәреүгә әҙерләү өсөн ҡулланыласаҡ. Ул нурландыра торған шеште һәм уны уратҡан ағзаларҙы ентекле күреү мөмкинлеген бирә, шулай уҡ нур дозаһын билдәләү өсөн кәүҙәгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе теүәл белергә ярҙамлаша.
Диспансерҙың баш табибы Әҙел Измайлов аңлатыуынса, яңы компьютерлы томограф ярҙамында шеш менән уның эргәһендәге ағзаларҙың тирегә төшөрөлгән билдәләр менән теүәл тап килеүе, мәғлүмәттәр компьютерға тапшырылып, контактһыҙ йә контаклы нурландырыуҙы планлаштырыу, дауалауҙың һөҙөмтәһен күреү тәьмин ителә.
Махсуслаштырылған компьютер томографы, яман шеше булған ауырыуҙарҙы тулыһынса тикшереп, уларҙың организмындағы метастазалы урындарҙы ла асыҡларға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: