+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 10:31

ХОҘАЙҘЫҢ ЯРАТҠАН УЛЫ ЕРҘӘГЕ ЮЛЫН ТАМАМЛАНЫ

Футбол яратыусыларҙың ҡайғылы йөҙө Аргентина яғына йүнәлтелгән. Унда тере легенда – футбол яратыусыларҙың аяҡлы мөғжизәһе Диего Марадона йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Аргентина президенты Фернандес илдә өс көнлөк матәм иғлан итте.

Диего Марадона – Рим атаҡайына һәм Фидель Кастроға “һин” тип өндәшеү хоҡуғы алған кеше, донъя спортында иң низағлы йондоҙҙарҙың береһе, үен ерҙә иң иркә кеше итеп тойоусы. Ул үҙе хаҡында: “Әсәйем миңә, донъяла һин иң яҡшыһы, тине. Мин бер ваҡытта ла әсйемә ҡаршы булманым”, – тигән.
Атлай башлағас та, туп тибергә өйрәнгән, тамағын туйҙырыр өсөн көршәктәр яһап һатҡан, һәр эшләгән аҡсаһын әсәһенә биргән, тупҡа һәр тибеүе үҙенә йөҙҙәрсә мең доллар аҡса килтергән. Уның хаҡында легендалар хәҙер күбәйәсәк кенә.
Читайте нас: