СИРҘӘН ҠОТОЛОУ ЮҠ, ЛӘКИН ҺАҠЛАНЫУҘЫҢ БЕР НИСӘ ЮЛЫ БАР
Күпселек ғалимдар һәм табиптар раҫлауынса, тажзәхмәт менән бөтәбеҙ ҙә сирләйәсәкбеҙ. Тик сиргә дусар булыусылар ике төркөмгә бүленәсәк: ауыр сирләүселәр һәм сирҙе еңел үткәреүселәр. Мәҫәлән, еңел үткәреүселәрҙең ҡайһы береһе үҙҙәренең сирләүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалыуы ихтимал.
Табиптар һәр кеше сирҙе ҡаршыларға әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләй. Бының өсөн күпләп һыу эсергә, йәғни һыу башлансын һаҡларға, организмдың С, Д витаминдарына, цинкка ихтыяждарын алдан ҡәнәғәтләндерергә кәрәк.
Ә ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы бар. Ул да булһа, вакцина ҡабул итеү. Ләкин, үкенескә ҡаршы, 100 процентҡа хәүефһеҙ, файҙалы һәм һәр кеше һатып алырлыҡ дарыу юҡ. Уның ҡарауы, Рәсәй ғалимдары вакцинаның өс төрөн етештерә башланы ла инде.