+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2020, 10:54

ТАЖЗӘХМӘТ ҮТЕР, Ә ТАБИПТАР ҠАЛЫРМЫ?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева пандемия тамамланғандан һуң тармаҡтың һаулыҡ һаҡлау кадрҙары менән тәьмин ителеүе айҡанлы, борсолоуҙарын белдерҙе. Депутат фекеренсә, йоғошло сир менән көрәшкәндә табиптар үҙҙәренең оҫталығын, юғары квалификацияһын күрһәтте, бай тәжрибә тупланы. Шуға күрә уларға өҫтәп түләүҙәр ғәҙел булды, тип иҫәпләргә нигеҙ бар. Табиптар был эш хаҡына өйрәнде. Ә бына һуңынан кадрҙарға мохтажлыҡ башланмаҫмы? Эш хаҡы һиҙелерлек кәмемәҫме? Был осраҡта юғары квалификациялы белгестәрҙең, юғары эш хаҡы эҙләп, башҡа төбәктәргә китеүе бар. Республика етәкселеге кадрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, эш хаҡы түләүҙе арттырыу, кадрҙарҙы урындарҙа нығытыу мәсьәләһен ҡарарға тейеш.

Әлеге ваҡытта “ҡыҙыл линия”ла эшләүсе табиптар – 25 мең һум, урта медицина хеҙмәткәрҙәре – 15 мең һум, кесе персонал 5 мең һум өҫтәмә түләү ала. Бөгөн республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағында 51,3 мең хеҙмәткәр, шул иҫәптән, 14 мең табип эшләй. Шул уҡ ваҡытта, 1,4 мең табип етешмәй, мең самаһы урта медицина хеҙмәткәре урыны вакант.
Төбәктә ҡала һәм райондарҙағы кадрҙарҙы эш урындарында нығытыу, эш хаҡын күтәреү, торлаҡ менән тәьмин итеү, төҙөлөштә ярҙам итеү программаһы ҡаралған. Йәштәргә уҡыу, торлаҡ арендалау өсөн компенсация түләнә.
Читайте нас: