Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бара. Хәйер, илдең барып еткеһеҙ төпкөл төбәктәрендә йәниҫәп алыу башланған да инде. 2021 йылдың апрелендә ул Рәсәй территорияһының ҙур өлөшөндә үткәреләсәк. Халыҡты һанауҙа 360 мең иҫәп алыусы һәм ялан контролеры ҡатнашасаҡ. Йәлеп ителгәндәрҙе тәүҙә бер аҙ уҡытып, өйрәтеп алалар, шунан улар үҙ аллы эш башлай.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте (Росстат) етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов әйтеүенсә, йәниҫәп алыуҙы тормошҡа ашырыуҙа студенттарға ҙур өмөт бағлана. Был юлы халыҡты һанаусылар планшет менән йөрөйәсәк, ә техника менән нәҡ йәштәр нығыраҡ дуҫ икәнлеген бер кемгә лә аңлатып тораһы түгел.
Эш түләүле, шуға студенттарға бер аҙ аҡса эшләп ҡалырға форсат сыға. Кеше менән аралашып, тормош тәжрибәһе лә туплаясаҡтар.
Росстат вуздар менән һөйләшеп килешкән: халыҡ иҫәбен алыуҙа эшләү студенттарға производство практикаһы тип иҫәпләнәсәк.
Әле Территориаль дәүләт статистикаһы бүлексәләре эшләргә теләүселәрҙән исемлектәр төҙөй башлаған. Дәрте булғандарға https://rosstat.gov.ru/territorial һылтанмаһы буйынса күсеп, Башҡортостан бүлексәһе сайтына инергә лә бәйләнеш мәғлүмәттәрен табырға һәм мөрәжәғәт итергә кәрәк.