Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева Башҡортостан менән Японияның тығыҙ хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне. Ни өсөн япондар прополис ала? Баҡһаң, был илдә балға һәм бал ҡорто продукттарына ҡыҙыҡһыныу айырыуса көслө икән. Мәҫәлән, кондитер тармағында ҡулланылған бал күләме буйынса был дәүләт донъяла бөтәһен уҙып киткән. Унда прополисҡа ла һорау ҙур, ти.
Башҡортостандың сит илдәр менән сауҙа әйләнешендә былтыр Япония 27-се урында торған. Япония менән беҙҙең республика араһында экспорт һәм импорт 2020 йылда арта бара, ғинуар-сентябрҙә тулайым күләм былтырғы шул осорҙағынан 32,4 процентҡа күберәк булған.