+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2020, 16:18

ИКЕ ТАПҠЫР КИЛЕРГӘ ӘҘЕР БУЛЫҒЫҘ

Тажзәхмәткә ҡаршы вакциналарҙың үҙенсәлеге шунда: уны ике тапҡыр ҡабул итергә кәрәк икән. Тәүгеһенән һуң ике аҙнанан ҡабатлатыу мотлаҡ.

Тажзәхмәткә ҡаршы вакциналарҙың үҙенсәлеге шунда: уны ике тапҡыр ҡабул итергә кәрәк икән. Тәүгеһенән һуң ике аҙнанан ҡабатлатыу мотлаҡ.
Бөгөн донъяла тиҫтәгә яҡын вакцина һынау үтә. Әлегә Рәсәй ғалимдары сығарған “Спутник V” иң яҡшыһы, файҙалыһы һәм арзанлыһы тип иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан, вакцинациялауҙы ике тапҡыр яһарға кәрәк. Ғалимдар борсола: беҙҙең халыҡ, препаратты бер ҡабул иткәндән һуң, эш бөттө тип, ҡул һелтәүе лә бар.
Әле “Спутник V” вакцинаһының файҙалы йоғонтоһо 95 проценттан ашҡан. Быны Англия ғалимдары ла раҫлаған һәм Рәсәй белгестәренең вакцинаһын күп яҡтан отошло тип тапҡан.
Европа илдәренән беренсе булып Венгрия Рәсәй вакцинаһының тәүге партияһын һатып алырға теләк белдергән.
Читайте нас: