+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2020, 12:10

ТИҘ ҘӘ, ТӘМЛЕ ЛӘ. Сәскәле кәбеҫтә гарниры

Сәскәле кәбеҫтәнән бик тәмле ризыҡ бешереп була. Әйткәндәй, русса цветная капуста тип йөрөтөлгән был йәшелсә төҫлө булыуына ҡарап түгел, ә ашай торған өлөшө үҫемлектең сәскәһе булғанға шулай тип йөрөтөлә икән.

Кәрәк:
700 г сәскәле кәбеҫтә,
50 г һыйыр майы,
0,5-1 балғалаҡ паприка,
1-2 теш һарымһаҡ,
100 г сөхәри онтағы,
50 г сыр.
Ҡара борос, тоҙ – тәменә ҡарап
Ойош кәбеҫтәне айырым сәскәләргә айырабыҙ. Һыйыр майын иретеп, өҫтөнә паприка, ҡара борос, тулыр-тулмаҫ балғалаҡ тоҙ, иҙелгән һарымһаҡ тештәрен һалабыҙ. Болғатҡас, баяғы кәбеҫтә өҫтөнә ҡоябыҙ, ҡырылған сыр, онтаҡ сөхәри ҡушабыҙ ҙа яҡшылап бутайбыҙ.
Духовка ҡалайының төбөнә бешеренеү ҡағыҙын түшәп, кәбеҫтәне йәйеп һалабыҙ ҙа 25 минутҡа 200 градусҡа ултыртабыҙ. Гарнирға бик шәп була.
Духовка менән булашҡы килмәгәндә ошолай әҙерләнгән сәскәле кәбеҫтәне табала майҙа ҡурып алырға була, тик кәбеҫтәнең үҙен тәүҙә 5 минуттай һыуҙа бешерергә, шунан ғына тәмләткестәр, сыр, май, сөхәри ҡушып бутарға кәрәк. Табала ул 5-6 минутта әҙер була.
Читайте нас: