+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2020, 11:57

БАШҠОРТОСТАН КАРТУФЫН СИТ ИЛДӘРҘӘ ЛӘ ЯРАТАЛАР

Быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тоннанан ашыу картуф оҙатҡан.

Быйыл сентябрь-ноябрь айҙарында Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары сит ил баҙарҙарына 1,8 мең тоннанан ашыу картуф оҙатҡан. Иң ҙур күләмде Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Төркмәнстан алған. Рәсәй төбәктәре лә Башҡортостан картуфынан баш тартмай: йәмғеһе 1 мең тонна самаһы “икенсе икмәк” ил эсендә һатылған. Башҡортостан картуфын Краснодар крайында, Ханты-Манси автономиялы округында һәм Татарстанда айырыуса яраталар икән. Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һатыуға оҙатылған бөтә продукция тикшерелгән һәм ЕАЭС-тың Таможня берлегенең фитосанитар талаптарына ярашлы тип табылған. 2020 йылдың 1 ноябренә ҡарата 116 миллион долларлыҡ республика агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортланған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 40 миллион долларға үҫеш теркәлгән. 2020 йылға «БР агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау» төбәк проектының маҡсатлы индикаторы 115 миллион доллар күләмендә ҡаралған. Былтыр төбәктән 112 миллион долларлыҡ, йәғни маҡсатлы күрһәткестән 20 процентҡа күберәк, ауыл хужалығы продукцияһы сығарылған. 2024 йылға 230 миллион долларға етеү маҡсаты ҡуйылған.
Читайте нас: