+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 11:02

БАЛАЛАР ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН НИСЕК ҮҘЛӘШТЕРӘ?

Башҡортостандың башланғыс класс уҡыусылары Бөтә Рәсәй «Хәүефһеҙ юлдар» онлайн-олимпиадаһында ҡатнаша. Сара «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙең Транспорт министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы тарафынан «Милли приоритеттар» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы менән берлектә үткәрелә.

Башҡортостандың I– IV класс уҡыусылары юлдарҙа үҙҙәрен хәүефһеҙ тотоу буйынса УЧИ.РУ белем биреү платформаһында 30 ноябрҙән 11 декабргә тиклем белемдәрен һынаясаҡ.
30 ноябрҙә, олимпиаданың беренсе көнөндә, республика мәктәптәрендә видео-форматта юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса дәрестәр, класс сәғәттәре үтте. Был дәрестәрҙә уҡытыусылар юлда йөрөү ҡағиҙәләрен балаларҙың иҫенә төшөрҙө, юл йөрөү ҡағиҙәләре тураһында йәнүрәт күрһәтте.
Беренсе дәресте үткәреүҙә Республика балалар имгәнеүен иҫкәртеү буйынса ресурс үҙәге етәксеһе Э. Шәймөхәмәтова менән ГИБДД-ның БР буйынса идаралығының өлкән инспекторы А. Әхмәтшина ҡатнашты.
Читайте нас: