+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 19:53

ИКЕНСЕ ДАУАХАНА ТӨҘӨЛӨШӨ ТАМАМЛАНДЫ

Бөгөн БР Хөкүмәте президиумы ултырышында премьер-министр Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло сирҙәр дауалауға тәғәйенләнгән госпиталь төҙөлөшөнөң тамамланыуы хаҡында иғлан итте. Алдан вәғәҙә ителгәнсә, 50 көн эсендә төҙөүселәр үҙ бурысын атҡарып сыҡты. Бөгөн унда табиптарға монтаж һәм көйләү эштәрендә ярҙам итәләр.

Өфө ҡалаһы эргәһендә Зубов госпиталенең бер аҙ кесерәйтелгән форматы 74 урынға иҫәпләнгән. Кәрәк осраҡта, 260 урынға тиклем киңәйтергә мөмкин. Ә ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында дауахана 350 урынға тиклем кешеләр ҡабул итәсәк. Госпиталь заманса барлыҡ ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк, 36 үпкә елләтеү аппараты һәм кислород һаҡлау урындары бер ыңғай 350 кешенең ғүмере өсөн көрәшергә мөмкинлек бирәсәк.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында кешеләр етмәгән осраҡта, дауаланыусыларҙы көньяҡ ҡалаларҙан һәр райондарҙан ошонда килтерәсәктәр.
Фото: resbash.ru
Читайте нас: