+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 21:08

СЕНАТОР ХАЛЫҠ МЕНӘН ҠӘНӘҒӘТ ТҮГЕЛ

Берәүҙә лә шик юҡтыр, дәүләт, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн бөтәһен дә эшләй. Хатта Федерация Советы пенсиялар менән гарантиялау хаҡында яңы закон проекты әҙерләү менән мәшғүл. Был закон һәйбәт, тик халыҡ уны хупларға бик ашыҡмай икән. Бына бит, Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Рязанский нимә ти: “Закон проектын әҙерләүгә халыҡтың ышанмауы һәм уның йәшәү кимәленең түбән булыуы тотҡарлай”.

Эксперттар билдәләүенсә, яңы Закон проектын ярашлы, халыҡ аҡсаһын шәхси фондтарға тапшырырға тейеш. Улар дәүләт контролендә эшләйәсәк. Элек шәхси ҡулдарға ышанып тапшырған халыҡ байтаҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты һәм иҫке тырмаға баҫырға теләмәй.
Эйе, халыҡтың килеме түбән. Улар сенаторҙар һымаҡ, юғары эш хаҡы алыуҙан мәхрүм. Шулай булғас, һаман да халыҡтан аҡса һығырға тырышыу аңлашылып бөтмәй. Ә халыҡ закондар түгел, юғары эш хаҡы һәм түләүҙәр өмөт итә.
Читайте нас: