+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2020, 11:22

ВЛАДИМИР ПУТИН ӨФӨНӨҢ 450 ЙЫЛЛЫҒЫН БАЙРАМ ИТЕҮ ТУРАҺЫНДА БОЙОРОҠҠА ҠУЛ ҠУЙҘЫ

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә, 30 ноябрҙә, 2024 йылда республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллығын үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе таратты.Төбәк етәксеһе, бойороҡта яҙылғанса, яҡын араларҙа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук рәйеслегендә ойоштороу комитеты формалаштырыласағын белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә, 30 ноябрҙә, 2024 йылда республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллығын үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе таратты.
Төбәк етәксеһе, бойороҡта яҙылғанса, яҡын араларҙа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук рәйеслегендә ойоштороу комитеты формалаштырыласағын белдерҙе.
Ойоштороу комитетының юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү менән шөғөлләнәсәге һәм байрам тантанаһының федераль статус аласағы тураһында хәбәр итә Радий Хәбиров.
Республика башлығы республика алдында Өфөнө заманға яраҡлы итеп яңыртыу, уны Рәсәйҙең терәк ҡалаларының береһенә әйләндереү форсаты тыуыуын билдәләй. Етмәһә, сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк.
Радий Хәбиров бойороҡ өсөн Рәсәй Президентына оло рәхмәт белдергән.
Читайте нас: