+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 16:55

МАНЬЯК ТАТАРСТАНҒА ҒЫНА ҺЫЙМАҒАН

Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында тотолған маньяк өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы үлтереү менән шөғөлләнгән.

Ошо көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында тотолған маньяк өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы үлтереү менән шөғөлләнгән.
Ҡазанда ябай слесарь булып эшләгән енәйәтсе Рәсәйҙең төрлө төбәгендә 26 ҡарсыҡты быуып үлтергән. Был енәйәт географик яҡтан Татарстандың абруйына тап төшөрөр, тип шикләнделәрме икән, уға “Волга буйы маньягы” тигән ҡушамат биреп өлгөрҙөләр. Быныһы башҡа тема, ләкин күрше төбәктән сыҡҡан кеше үлтереүсе үҙенең ҡанлы эҙен бер нисә йыл элек Башҡортостанда ла ҡалдырып киткәйне. Ул газ хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тикшереүсе сифатында фатирҙарға инеп йөрөгән, хатта ике урында видеокамераға ла эләккән.
Әле тикшереү эштәре бара. Үлтереүсе үҙенең ғәйебен таный һәм енәйәттәре хаҡында һөйләй.
Читайте нас: