+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 11:51

СТӘРЛЕТАМАҠТА ЭСӘР ҺЫУ ТАҒЫ ЛА ТАҘАРАҠ БУЛЫР

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Экология» милли проектын тормошҡа ашырыу эсәр һыуҙың сифатын күтәреүгә лә йүнәлтелә. «Өфө газ компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Таҙа һыу» проекты сиктәрендә һыуҙы мембраналы таҙартыу ысулын индереү эшен алып бара.

Был ысул индерелгәс, стәрлетамаҡтар ташҡындар һәм көслө яуым-төшөм ваҡытында һыу болғаныу арҡаһында эсәр һыуҙың бысраныуынан ҡотоласаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 432, 9 миллион һум.
Проектты тормошҡа ашырыу ике йылға иҫәпләнгән. Әле ҡоролманы урынлаштырыу өсөн бина әҙерләнә. Декабрҙә фильтр һәм ультрафильтрация системаһы алып ҡайтыласаҡ. Әле ҡорамалдар таможня контроле үтә.
Читайте нас: