Рәсәйҙә тажзәхмәттән вафат булыусылар һаны арта бара.
Һуңғы тәүлектә был сирҙе 27 меңдән ашыу кеше йоҡторған, бөтә сирләүселәр һаны 2 миллиондан артып киткән, йәнә 589 кешенең вафат булыуы хаҡында иғлан ителде.
Был һан пандемия башланғандан алып рекордлы булып тора һәм тереләргә киҫәтеү булып яңғырай. Шулай булғас, беҙгә, иҫәндәргә, һаҡланыу сараларын артабан да теүәл үтәргә генә ҡала.
Иҫән-һау булығыҙ, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.