Хәҙер тамашалар баҙарында зоопарктар, цирктар, дельфинарийҙар менән берәүҙе лә ғәжәпләндереп булмай. Был өлкәлә тәртип тә юҡ. Шуны күҙ уңында тотоп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары РФ Дәүләт Думаһына күсмә зоопарктарҙың, цирктарҙың, дельфинарийҙарҙың эшмәкәрлеген тыйыу хаҡында федераль закон проекты тәҡдим итте. Бындай закон күп кенә илдәрҙә бар. Ысынлап та, беҙҙә тәртип тә, тейешле шарттар ҙа юҡ. Йәнлектәрҙе туҡландырыу, ветеринария хеҙмәте күрһәтеү йәһәтенән дә етешһеҙлектәр байтаҡ. Кем белә, бәлки был закондың әһмиәтле булыуы Дәүләт Думаһы депутаттарын да ышандырып ҡуйыр?