+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 12:31

БАШҠОРТОСТАН ӨЛГӨҺӨ ТАРАЛЫУ ТАБА

Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә башҡорт ҡурайының тажы рәүешендә төҙөлгән йоғошло сиргә ҡаршы госпиталь өлгөһөндә Рәсәй киңлектәрендә яңы дауаханалар барлыҡҡа киләсәк.

БАШҠОРТОСТАН ӨЛГӨҺӨ ТАРАЛЫУ ТАБА
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә башҡорт ҡурайының тажы рәүешендә төҙөлгән йоғошло сиргә ҡаршы госпиталь өлгөһөндә Рәсәй киңлектәрендә яңы дауаханалар барлыҡҡа киләсәк. Хәҙер был тәжрибәне бик ентекләп өйрәнеүсе төбәктәр көндән-көн арта бара. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Ульяновск өлкәһенән белгестәр дауахана проекты һәм төҙөлөш тәжрибәһе менән танышты. Әлегә Рәсәйҙең 15 төбәгендә ошондай дауахана төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Башҡорт ҡурайының тажы тажлы зәхмәткә ҡаршы көрәштә еңеүгә өлгәшеүен теләйек.
Фото: resbash.ru
-----------
Яңылыҡтарҙы беҙҙең менән күҙәт. Беҙҙең төркөмгә ҡушыл: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: