+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 12:30

ЭШҺЕҘ ҠАЛМАҒАЙҘАРЫ

Йоғошло сир таралыу менән бәйле, донъя иҡтисады ауырлыҡтар кисерә. Был көрсөк банктар эшмәкәрлегенә лә кире йоғонто яһай. Банк кредиттарына ихтыяждың кәмеүе, проценттарҙың түбәнәйеүе Европа финанс-аҡса учреждениеларын хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартырға мәжбүр итә. Быйыл, мәҫәлән, 85 мең кешенең эшһеҙ ҡалыуы көтөлә.

Рәсәйгә был ҡыҫҡартыуҙар янамай, ти эксперттар. Сөнки банк проценттары юғары. Әгәр ихтыяж тыуһа, халыҡты страховкалар менән “быуырға” мөмкин. Ә банктар йылды йөҙҙәрсә миллиард һум табыш менән тамамларға йыйына.
Ҡасан беҙҙә лә түбән процентлы, ябай кеше алырлыҡ кредиттар булыр икән?
-----------
Яңылыҡтарҙы беҙҙең менән күҙәт. Беҙҙең төркөмгә ҡушыл: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: