+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 12:05

ПРЕЗИДЕНТ КҮРҺӘТМӘҺЕ КИЛӘҺЕ АҘНАЛА ҮТӘЛӘ БАШЛАЯСАҠ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, 7 декабрҙә тажзәхмәткә ҡаршы дөйөм вакцинация башлана.

ПРЕЗИДЕНТ КҮРҺӘТМӘҺЕ КИЛӘҺЕ АҘНАЛА ҮТӘЛӘ БАШЛАЯСАҠ
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, 7 декабрҙә тажзәхмәткә ҡаршы дөйөм вакцинация башлана. Был яуаплы эште тормошҡа ашырыу Хөкүмәт вице-премьеры Татьяна Голиковаға тапшырылды. Рәсәй Президенты белдереүенсә, “Спутник-V” препараты бөгөн ике миллион дозанан артыҡ тупланған. Препараттарҙы һаҡлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Хәҙер хәүеф төркөмөнә ҡарағандар вакцина ҡабул итә ала. Был төркөмгә иң беренсе сиратта дауахана хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар ҡарай. Әлеге көнгә ошо төркөмгә ҡараған 100 меңдән ашыу кеше вакцинаны ҡабул итеп өлгөрҙө инде.
Рәсәйҙә вакцинация түләүһеҙ һәм теләк буйынса тормошҡа ашырыла.
Сиргә ышаныслы кәртә ҡуйыу өсөн, халыҡтың 75 проценты был ғәмәлде үтергә тейеш.
-----------
Яңылыҡтарҙы беҙҙең менән күҙәт. Беҙҙең төркөмгә ҡушыл: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: