+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 12:12

ЮЛ ЙӨРӨҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БЕЛЕҮ ҺӘМ ҮТӘҮ ЮЛ ҺӘЛӘКӘТТӘРЕНӘН ҺАҠЛАР

Учи.ру белем биреү платформаһында уҡыусылар өсөн һәр төрлө онлайн-олимпиадалар ойошторолоп тора. 30 ноябрҙә «Хәүефһеҙ юлдар» тигән олимпиада башланғаны тураһында һеҙгә хәбәр иткәйнек инде. Ул башланғыс класс уҡыусыларының юл йөрөү ҡағиҙәләрен нисек белеүен һынай. Олимпиадала Рәсәйҙең 85 субъектынан 1–4 класс уҡыусылары ҡатнаша.

Учи.ру белем биреү платформаһында уҡыусылар өсөн һәр төрлө онлайн-олимпиадалар ойошторолоп тора. 30 ноябрҙә «Хәүефһеҙ юлдар» тигән олимпиада башланғаны тураһында һеҙгә хәбәр иткәйнек инде. Ул башланғыс класс уҡыусыларының юл йөрөү ҡағиҙәләрен нисек белеүен һынай. Олимпиадала Рәсәйҙең 85 субъектынан 1–4 класс уҡыусылары ҡатнаша. – Балаларҙың юлдарҙа транспорт һәләкәттәрендә ҡазаланыуын иҫкәртеүгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, – тине РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының кураторы Марат Хөснуллин. – Ышанам: балаларға һәм ата-әсәләргә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса маҡсатлы белем биреү юл-транспорт ваҡиғалары һанын ныҡлы кәметер. – Баланы юлда хәүефһеҙ тәртип ҡағиҙәләре нигеҙҙәренә өйрәтеү һәм был белемдәрҙе нығытып ҡуйыу – өлкәндәрҙең беренсе дәрәжәле бурысы. Уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле итеү саралары күп – мультфильмдар, видеороликтар, интерактив уйындар. «Хәүефһеҙ юлдар» онлайн-олимпиадаһы – нәҡ шундай сараларҙың береһе, – тип билдәләне Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Михаил Черников. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреүгә ҡағиҙәләрҙе белеү генә түгел, һәйбәт юлдар ҙа йоғонто яһай. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты юлдарҙы яҡшыртыу менән шөғөлләнә. Ул Рәсәйҙә 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Һуңғы ике йылда ил субъекттарында 30 мең километрҙан ашыу юл ремонтланды һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итерлек техник саралар менән йыһазландырылған транспорт инфраструктураһы булдырылды. 2019 йылда, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты ҡатнашыусыһы булды. Ике йылда 31 автомобиль юлы участкаһы ремонтланды. 2021 йылда проект сиктәрендә юл инфраструктураһын техник юл хәрәкәте саралары менән йыһазландырыу ҡарала. Юлдар хәүефһеҙерәк була бара, әммә юл ҡағиҙәләрен белеү һәм үтәү ҡазаларҙан һаҡланыуҙың төп сараһы булып ҡала. Онлайн-олимпиадала ҡатнашырға теләүселәр Учи.ру платформаһында шәхси кабинет аса һәм шунда тәҡдим ителгән мәсьәләләрҙе сисә, һорауҙарға яуап бирә. Теләгән бер башланғыс класс уҡыусыһы ҡушылып китә ала. Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы 11 декабргә тиклем барасаҡ. Йомғаҡ яһалғас, ҡатнашыусыларға дипломдар, сертификаттар, рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ һәм, иң мөһиме, улар белемгә эйә буласаҡ.
Читайте нас: