Дональд Трампты әле һаман Аҡ Йорттан сығара алмайҙар, ә яңы һайланып йөрөгән президент, Джо Байден, эте менән уйнағанда, яңылыш баҫып, уң аяғын ике урындан һындырған, тигән хәбәрҙәр йөрөй. Аҙаҡ һынған урындарҙы сатнаған, тип аҡланғандар. Байден эргәһендә теркәлгән хәбәрселәр АҠШ-тың яңы етәксеһенең аяғын нығыраҡ һөйрәп йөрөүенә иғтибар иткән. Ә һеҙ 78 йәшлек президенттың йүгереп йөрөүен көткәйнегеҙме әллә? Был йәштә аяҡтың түгел, баштың эшләүе мөһимерәк.