Өфөләге МЕГА магазинында экологиялы тормош рәүешенә арналған интерактив күргәҙмә асылды. Уны әүәлдән тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлеш тотҡан сәйәсәт менән билдәлелек алған МЕГА менән ИКЕА компаниялары ойошторған икән.
Экологик һәләкәттәр, кешенең тәбиғәткә кире йоғонтоһо тураһында күп ишетһәк тә, бының аныҡ ҡына нимә менән бәйле булыуын аңлап етмәйбеҙ. Күптәр ундай ҡатмарлы мәсьәләләрҙең төбөнә төшөргә, аныҡ аҙымдар яһарға теләмәй. Ә ҡайһы берәүҙәр эш күрһәткән булып ҡылана ғына. Күргәҙмәне ойоштороусылар бындай тарҡаулыҡтың йәшәү мөхитен яҡшыртыуға ярҙам итмәйәсәгенә инанған.
Сараның йоғонтоһо тиҙ күренде: ойоштороусылар ял көндәрендә генә лә 25 кг йорт өсөн туйыма әйберҙәр һәм 350 кг кейем-һалым йыйҙы. Улар ауыр тормош шарттарында ҡалған кешеләргә ярҙамға тотоноласаҡ.
Был сара «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә комплекслы система булдырыу» федераль проекты маҡсаттарына яуап бирә.
Икенсел сеймал йыйыу дауам итә. Кәрәкле мәғлүмәтте МЕГА сайтында табырға була. Күргәҙмә быйыл 30 декабрҙә бөтә теләгәндәр өсөн асыҡ була. Адресы: МЕГА Өфө сауҙа үҙәге (Рубеж урамы, 174).