+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2020, 12:22

ПРЕЗИДЕНТ РӨСТӘМ НӘБИЕВТЫҢ ҺАУЛЫҒЫ ӨСӨН БОРСОЛА

Биш йыл йыл элек Омск ҡалаһында госпиталь емерелгәндә ике аяғын юғалтҡан Рөстәм Нәбиев бер нисә ай элек Эльбрустың иң бейек түбәһенә, ике ҡулы ярҙамында, күтәрелеп, бар донъяны таң ҡалдырғайны.

Рөстәм хәҙер Һималай тауҙарын яуларға теләй. Рөстәм үҙенең сәфәрен яҡтыртыуҙа телевизион группа ебәреүҙәрен һорап, Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итте. Президент менән параолимпия сараһында асыҡтан асыҡ һөйләшеү булды. Владимир Путин Рөстәмде сәфәр ваҡытында һаҡ булырға саҡырҙы һәм ҡатынының бындай ҡурҡыныс мажараларға нисек барырға рөхсәт итеүенә аптыраны.
Читайте нас: