+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 14:18

АТТАР ТОҘ ЯЛАЙ, ЕГЕТТӘР ҺӘЛӘК БУЛА

Урал тауҙарындағы үрҙәрҙә тибендән төшкән аттар тоҙ ялауын дауам итә. Үткән төн Әбйәлил районының Атауҙы ауылы эргәһендә биш егет менән ҡыҙ ултырған автомобиль ҙур тиҙлектә юл өҫтөндә йөрөгән ҡолон менән бейәгә барып бәрелә.

Рулдә бәлиғ булмаған үҫмер була. 15-16 йәшлек өс үҫмер шунда уҡ һәләк була, икәүһе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Был һәләкәт өсөн аттарҙың хужаһы яуап бирергә тейеш. Аттарға хужа булыр өсөн егеттәрҙең ҡорбан булыуы кәрәк инеме?
Читайте нас: