+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 15:39

БАШҠОРТОСТАНҒА БСК-нан ӨЛӨШ ЭЛӘГЕРМЕ?

“Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар компанияһы дәүләт ҡарамағына ҡайтарылды. Башҡортостан Арбитраж суды был хаҡта суд ҡарарын сығарҙы. Ә Башҡортостан бер килемһеҙ ҡалырмы икән ни? Был һорау күптәрҙе борсоп тора.Абруйлы телеграм-каналдарҙа ла ошо һорау буйынса фекер алышыуҙар бара. Етди политологтар үҙҙәренең уйҙары менән уртаҡлаша.

“Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар компанияһы дәүләт ҡарамағына ҡайтарылды. Башҡортостан Арбитраж суды был хаҡта суд ҡарарын сығарҙы. Ә Башҡортостан бер килемһеҙ ҡалырмы икән ни? Был һорау күптәрҙе борсоп тора.
Абруйлы телеграм-каналдарҙа ла ошо һорау буйынса фекер алышыуҙар бара. Етди политологтар үҙҙәренең уйҙары менән уртаҡлаша.
Политолог Сергей Семенов, мәҫәлән, БСК менән дә “Башнефть” ситуацияһына оҡшаш хәл булыр, тип өмөт итә. Белеүебеҙсә, дәүләт ҡарамағына алынған “Башнефть” компанияһы акциялары пакетының сирек өлөшөн
Президент Владимир Путин үҙенең Указы менән Башҡортостанға тапшырғайны. Дәүләткә алғанға тиклем БСК пакетының 37 проценты ла Башҡортостандыҡы булыуын иҫтән сығарырға ярамай, тип иҫәпләй Сергей Семенов.
Сәйәси күҙәтеүсе Азат Ғәлиуллин иһә, Путиндың төбәктәргә ҡарата тарихи ғәҙеллекте күҙәтергә тырышыуын, федералдарҙың төбәктәр иҡтисадына зыян килтермәҫкә ынтылыуын билдәләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Владимир Путин менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуын да оноторға ярамай, ти ул.
Шулай итеп, сәйәсмәндәр Башҡортостандың БСК-һыҙ ҡалмаҫына өмөт бағлай.
Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: