+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 15:10

ӨФӨ РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ ИҒЛАН ИТКӘН КОНКУРСТА ЕҢДЕ

Донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәге асыу өсөн көрәш йылдан ашыу дауам итте, конкуренция ҙур булды. Рәсәйҙең әллә нисә төбәге әһәмиәтле объектты үҙендә астырыу өсөн тырышты. Ниһайәт, Рәсәй хөкүмәте иғлан иткән конкурста еңеүселәр билдәле булды – өҫтөнлөк биш төбәккә, шул иҫәптән Башҡортостанға, бирелде.

Михаил Мишустин тейешле документҡа 3 декабрҙә ҡул ҡуйҙы. Бына ул биш еңеүсе: «Алдынғы етештереү технологиялары һәм материалдар», «Киләсәк инженерияһы», «Рәсәй Арктикаһы: яңы материалдар, технологиялар һәм тикшереү ысулдары», «Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге» (Башҡортостан) һәм «ТулаТЕХ».
Шулай итеп, Өфөлә былтыр асылған Евразия ғилми-белем биреү үҙәге донъя кимәлендәге проектҡа әүереләсәк. Ул «Фән» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла һәм федераль бюджеттан финанслана. Проектҡа ярашлы Өфөлә Ағиҙел аръяғында (Дим биҫтәһе) заманса студент ҡаласығы төҙөләсәк. 95 алдынғы технологиялы сиселеш урыны булдырыу, 70 сериялы яңы производство, 2 компетенциялар үҙәге һәм тағы 1 айырым иҡтисади зона асыу күҙҙә тотола.
Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән илдә донъя кимәлендәге 15 ғилми-белем биреү үҙәге асыу планлаштырылған. Был үҙәктәр юғары белем биреү уҡыу йорттары, фәнни ойошмаларҙы реаль иҡтисад предприятиелары менән кооперациялау һәм бизнес менән фәндең ҡушылып үҫеүенә юл ярыу маҡсатына хеҙмәт итәсәк.
Һүрәттә: вуз-ара студенттар кампусы проекты
(Фото Евразия ҒББҮ сайтынан алынды)
Читайте нас: