+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 12:01

РАЕВКАЛА ЯҢЫ КИНОЗАЛ АСЫЛДЫ

Әлшәйҙәр хәҙер заманса кинофильмдарҙы үҙҙәрендә ҡарай ала: ниһайәт, бына тигән кинозал асылды. Ул Раевкала, Әлшәй район Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.

Әлшәйҙәр хәҙер заманса кинофильмдарҙы үҙҙәрендә ҡарай ала: ниһайәт, бына тигән кинозал асылды. Ул Раевкала, Әлшәй район Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан.
Ошо көндәрҙә 400 урынлыҡ был залды асыу тантанаһы булды. Раевка ауылы 500 меңгә тиклем кешеле тораҡ пункттарҙа кинозалдар булдырыуға ярҙам фондының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә үткән конкурсында еңеүселәрҙең береһе булғайны.
Иҫке кинотеатрҙа 2000-се йылдар башында уҡ кино күрһәтеү туҡтатылған, ә район киновидеоселтәре тарҡалған булған.
Яңы кинозалды йыһазландырырыуға 5 миллион һумлыҡ грант алынған. Был аҡсаға заманса кино ҡорамалдары, тауыш йыһаздары һәм 3D-күҙлектәр һатып алғандар. Репертуарҙа милли, хәҙерге заман, совет фильмдары, балалар өсөн фильмдар буласаҡ.
Кинозалды асыу тантанаһында Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» тигән фильмы ҡуйылды.
2020 йылда Башҡортостанда Кино фонды субсидиялары ярҙамында 6 кинозал асыла: икеһе Дәүләкәндә һәм Иглиндә, Раевкала, Саҡмағошта, Стәрлебашта берәр. Һәр береһен модернизациялауға 5-әр миллион һум бүленгән.
Читайте нас: