+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 17:49

ҒАФУРИҘАР МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫНЫҢ АСЫЛЫРЫН ТҮҘЕМҺЕҘЛӘНЕП КӨТТӨ

Ауыл ерендә мәҙәниәт һарайы ижтимағи һәм мәҙәни тормоштоң иң мөһим үҙәге булып тора. Шуның өсөн Ғафури районында ла ремонтҡа ябылған Мәҙәниәт һарайының ҡабат асылырын түҙемһеҙләнеп көттөләр.

Ауыл ерендә мәҙәниәт һарайы ижтимағи һәм мәҙәни тормоштоң иң мөһим үҙәге булып тора. Шуның өсөн Ғафури районында ла ремонтҡа ябылған Мәҙәниәт һарайының ҡабат асылырын түҙемһеҙләнеп көттөләр.
Ғафури район Мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса үткәрелде. Уны яңыртыу һәм йыһазландырыу эштәре 39 миллион һумға төштө, республика һәм муниципалитет бюджеттарынан финансланды. Бинаның ҡыйығы, тышҡы йөҙө, эсе яңыртылды, заманса тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылды, залы уңайлы йомшаҡ ултырғыстар менән йыһазландырылды.
Читайте нас: