-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 02:47

КЕШЕ БАЛАҺЫ... Хикәйә Алтынсы бүлек

Ҡалғандарын, кәрәк булһа, осрашып йә телефон аша һөйләшергә килештеләр. Ә Нәсихә ут йотоп йөрөй. Йотмай, был йәштәр донъяны тамам ҡатмарлаштырҙы бит. Күңелендәге шик-шөбһәне ҡоҙағыйының ҡыҙы хаҡында бышылдауы көсәйтеп ебәрҙе. Ә Данир был хаҡта беләме икән? Юҡтыр. Әгәр белгән булһа, өндәшер ине. Ярай, ҡоҙағый ғынаһы бик сер һаҡлай торған кешегә оҡшамаған. Ана бит, күпме генә танышыуҙарына, буласаҡ ҡоҙа үҙе лә, ҡатыны ла әллә күпме мәғлүмәт биреп өлгөрҙө. Ә үҙҙәре, һеҙҙең хаҡта барыһын да беләбеҙ, тип маҡтаныштылар, хатта һорашып та торманылар.

КЕШЕ БАЛАҺЫ
Хикәйә
Алтынсы бүлек

Ҡалғандарын, кәрәк булһа, осрашып йә телефон аша һөйләшергә килештеләр. Ә Нәсихә ут йотоп йөрөй. Йотмай, был йәштәр донъяны тамам ҡатмарлаштырҙы бит. Күңелендәге шик-шөбһәне ҡоҙағыйының ҡыҙы хаҡында бышылдауы көсәйтеп ебәрҙе. Ә Данир был хаҡта беләме икән? Юҡтыр. Әгәр белгән булһа, өндәшер ине. Ярай, ҡоҙағый ғынаһы бик сер һаҡлай торған кешегә оҡшамаған. Ана бит, күпме генә танышыуҙарына, буласаҡ ҡоҙа үҙе лә, ҡатыны ла әллә күпме мәғлүмәт биреп өлгөрҙө. Ә үҙҙәре, һеҙҙең хаҡта барыһын да беләбеҙ, тип маҡтаныштылар, хатта һорашып та торманылар.
Нәсихәнең йөрәге ике яҡҡа өҙгөләнә: бер яҡта – үҙ балаһынан баш тартҡан улы, икенсе яҡта – Зөлфиәнең яҙмышы. Нәсихә улына смска ебәрҙе: “Ҡотлайым, улым, беҙ бөтәһен дә һөйләштек, килештек. Һин хаҡлы булып сыҡтың”, – тип яҙҙы. Ни өсөн яҙҙы – үҙе генә белә.
Нәсихә һиҙҙе: улының уңышлы өйләнеү шатлығынан башы-күҙе томаланған, хәҙер уны хәҡиҡәт һәм ысынбарлыҡ түгел, Ленараға эйәреп киләсәк байлыҡ ҡына ҡыҙыҡһындыра. Ана бит, машиналарына нисек дәртләнеп ултырып йөрөй. Хәҙер мөмкин тиклем күберәк белергә, ә уны белеү өсөн аҙыраҡ өндәшергә кәрәк. Әсәһе Данирҙы маҡтарға, уны ыңғайына һыпырырға булды. Был осраҡта ул уяулығын юғалтасаҡ һәм барыһын да һөйләп бирәсәк.
Шәмбе Зөлфиә әсәһе янына ҡайтып килергә булды. Исхаҡ иптәштәре менән балыҡҡа китте. Ә Нәсихә Данирҙы Ленара менән икеһен өйгә саҡырҙы: йәнәһе, туй үткәреү буйынса кәңәшләшеп алырға кәрәк.
Әсәйгә сәскәләр тотоп, күңелле генә итеп, һөйләшеп-көлөшөп килеп инделәр, матур ғына итеп ултырып әй эстеләр. Был юлы Ленара ла үҙен бик ябай, ихлас тотҡан һымаҡ булды. Нәсихә һынар өсөн генә тоҙло ҡыяр менән помидор ултыртҡан булғайны, ҡыҙ ашамлыҡтарҙың кәрәген бирҙе генә. Әсәһе Данирҙы юҡ-бар эш ҡушып магазинға ебәрҙе, ә үҙе Ленара менән һөйләшеп ҡалды, үҙенең кәңәштәрен бирҙе, өйҙәре менән һоҡланыуын белдерҙе, ҡат-ҡат һөйләне. Ҡыҫҡаһы, үҙенең шатланыуын йәшермәне. Нәсихә былай алдарға яратҡан ҡатын түгел, нишләһен, был юлы һүҙҙәрен дә тапты, ҡыҙҙың уяулығын да кәметте.
– Әллә күп ашаным инде, күңелем уйнап тора, – тине ҡыҙ, өҫтәлгә тағы ла күҙ ташлап. – Анау помидорығыҙ тәмле ине.
– Ҡыҙым, үҙеңде ҡарап ҡына йөрө инде, – тип теләне Нәсихә. – Юғиһә беҙҙең Данир ҙа ҡайһы ваҡыт самаһын юғалтып ҡуя. Былай күренгәне юҡ, эсеп-маҙар ҡуймаһын, ныҡ тот, үҙең дә бер тамсы лы эсмә, ярамай, – тине һәм ҡыҙҙың күҙҙәренә ныҡ итеп ҡараны.
Был һүҙҙәр Ленараны уйға һалды, күҙҙәре уйнап, алан-йолан тирә-яҡҡа ҡаранды һәм шунда уҡ ҡыҙарынды.
– Ә был хаҡта ни өсөн Данирға әйтмәйһең? – тине Нәсихә туп-тура.
– Нимә хаҡында? – тине Ленара, тотлоғоп.
– Уның менән осрашҡанға тиклем ауырлы булыуың хаҡында.
– Һеҙ нимә һөйләһегеҙ, Нәсихә апай? Кем ауырлы?
– Һин, ҡыҙым. Мин врач, һине үтәнән-үтә күрәм. Ә ниңә был хаҡта буласаҡ иреңә әйтмәйһең?
Ҡыҙ көтмәгәндә башын эйҙе, ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы һәм илап ебәрҙе.
– Һеҙгә әсәйем әйттеме? – тине ул ҡалтырана-ҡалтырана.
– Юҡ, әсәйең менән ул хаҡта һөйләшеү булманы, – тип алдаштырҙы Нәсихә.
– Ҡайҙан беләһегеҙ һуң?
– Мин күреп торам, – тине Нәсихә.
– Һеҙ Данирҙы өйләндереүҙән баш тартасаҡһығыҙмы? – тине Ленара меҫкен генә тауыш менән.
– Юҡ, – тине Нәсихә, – әлегә ул турала һүҙ булманы. Мин иң тәүҙә шуны белергә теләйем: баланың атаһы кем?
– Бергә уҡыған егет. Атайым уны тикшерткән, ул наркоман булып сыҡты. Уны ҡыуҙылар.
– Шул ваҡыт һин Данир менән таныштың инде.
– Эйе. Мин ҡайҙа барырға белмәй аптырап йөрөй инем.
– Һәм был һиҙелмәҫ, тип өмөт иткәйнеңме?
– Эйе, берәү ҙә һиҙмәҫ, белмәҫ, тип уйлағайным.
– Әсәйең был хаҡта беләме?
– Белә. Әсәйем дә, атайым да белә. Шуға улар Данирҙы бик еңел ҡабул итте.
– Ярай, ҡыҙым, беҙ һинең менән был хаҡта һөйләшмәнек. Данирға өндәшмә, мин дә өндәшмәм. Ләкин, мәсьәлә хәл ителде, тип әйтергә иртәрәк.
– Ә мин тынысланғайным, хәл ителде, ҡотолдом, тип өмөт иткәйнем, – тип һөйләнде Ленара.
– Барыһы ла беләсәк, бер кеше белһә, башҡалар ҙа беләсәк, тигән һүҙ. Йәшереп ҡалдырыуы бик ауыр буласаҡ. Шунан һуң, һин, Ленара, үҙең башҡа кешенең урынын алдым, тип уйламайһыңмы?
– Зөлфиәне әйтәһегеҙме?
– Эйе, Зөлфиә бар бит әле.
– Ә Данир миңә, Зөлфиәне яратмайым, тине.
– Әйткәндер, Зөлфиәне яратмайҙыр. Ә һин, ҡыҙым, уйламайһыңмы, Зөлфиәне яратмаҫҡа мин ярҙам иттем, тип.
– Уйламайым, мин үҙемдең бәхетем өсөн көрәшәсәкмен.
– Һәр кемдең бәхетле булырға хоҡуғы бар, ҡыҙым. Ләкин башҡаны бәхетһеҙ итеп, бәхетле булып булмай.
– Мин был хаҡта ишеткәнем бар инде, мәктәптә лә уҡыттылар. Һеҙҙең улығыҙ мине ярата, мин дә уны яратам һәм унан баш тартмаясаҡмын.
– Үҙеңә ышанаһыңмы?
– Ышанам, атайым менән әсәйем миңә ярҙам итергә әҙер. Атайым ҡат-ҡат һораны, әгәр проблемаң булһа, ярҙам итәм, тине.
– Ә Данир шул проблеманы хәл итеү өсөн генә кәрәкме, ҡыҙым?
– Ә һеҙ улығыҙҙың әһәмиәтен улай бик күтәрмәгеҙ. Уға йәтеш тура килде, сөнки мин уны оҡшаттым. Мин бөтөнләй икенсе кешегә өҫтөнлөк бирә ала инем. Бында әле уйларға кәрәк, кем уңды: улмы, минме, һеҙме?
– Тынысыраҡ бул, ҡыҙым, һиңә тулҡынланырға ярамай.
– Ә һеҙ миңә тыныс һөйләшергә мөмкинлек бирәһегеҙме? Һеҙ минән һорау алаһығыҙ, һеҙ мине язалайһығыҙ, хәҙер мин нимә эшләргә тейеш?
– Ғәфү ит, ҡыҙым, мин дә онотолоп киттем, ахыры.
– Һеҙ онотолманығыҙ, һеҙ мине язалайһығыҙ. Күренеп тора, Зөлфиә һеҙгә ярап алған, иҙәнегеҙҙе йыуа, магазинға йөрөй, өйөгөҙҙө йыйыштыра. Мине быларҙы эшләмәйәсәкмен!
– Ә һинән был талап та ителмәй. Беҙ һиңә һаулыҡ теләйбеҙ. Иҫән-һау балалар үҫтереүеңде теләйбеҙ. Һин, ҡыҙым, шулай ҙа Данирға әйт. Тыныс ҡына итеп әйт, шулай-шулай, элеккене онот, беҙгә хәҙер бик уйлап эш итегә тура киләсәк. Бына алдыңда китап, шул китаптың ошо битендә һин Данир менән танышҡанһың, осрашҡанһығыҙ һәм һин әсә булырға йыйынаһың. Бөгөндән дә ҡалмай Данирға әйт.
– Әгәр ул ышанмаһа?
– Ә һин ышанырлыҡ итеп әйт, һүҙҙәрен тап.

------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе
Читайте нас в