+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 10:51

МАЙ ҺЫҒЫУ ҠАЛДЫҠТАРЫ СИТ ИЛДӘРҘӘ ЛӘ ҮТЕМЛЕ

Башҡортостандың «Шишмә май экстракциялау заводы» һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре быйыл ун бер айҙа 51 мең тоннанан ашыу көнбағыш, рапс һәм етен һығынтыһын һәм төпрәһен һатыуға сығарған. Был үткән йылдың шул уҡ осорондағынан 7 мең тоннаға күберәк.

Май экстракциялау ҡалдыҡтарын ауыл хужалығында малдар өсөн ҡиммәтле аҙыҡ өҫтәмәһе итеп ҡулланалар. Уны беҙҙең заводтарҙан Белоруссия, Литва, Латвия һәм Ҡаҙағстан һатып ала. Башҡортостан май һығыу предприятиеларының продукцияһы экспортер илдәрҙең иң юғары талаптарына яуап бирә.
Сит илдәр менән сауҙа «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә бара.
Читайте нас: