Нуриман үҙәк китапханалар системаһының тәүге ун хеҙмәткәре «Дөйөм ҡулланыуҙағы муниципаль китапхананың хәҙерге заман технологиялары һәм практикалары» программаһы буйынса уҡып ҡайтты.
Китапханасыларҙың белемен заман талаптарына яраҡлаштырыу «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре»
федераль һәм төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарыла. Нуриман китапханасыларына, уҡыу тамамланғас, квалификацияларының күтәрелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Китапханасылар өсөн уҡыуҙы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһы ойошторҙо.