Әле Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020 бара. Ул 8 декабрҙә асылды, 11-енә тиклем эшләйәсәк. Йыл да үткәрелә килгән был сарала иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, экспорт, туризм мәсьәләләре ҡарала.
Башҡортостанда пандемияның эшҡыуарҙарға килтергән зыянын еңеләйтеү сараларын күреү дауам итәсәк. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров форумдың кисәге ултырышында белдерҙе.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам ике пакет итеп үткәрелгәйне. Быныһы – өсөнсө пакет. Ул тәүге икеһендәге иң отошло, иң һәйбәт тәҡдимдәрҙе эсенә ала һәм иҡтисадҡа яһалған кире эҙемтәләрҙе еңеләйтеү маҡсатын ҡуя. Беренсе һәм икенсе пакеттар республикала 1,2 мең предприятиеға булышлыҡ итте. Мәҫәлән, шәхси һаҡланыу саралары һәм дезинфекциялаусы саралар етештереү менән шөғөлләнгән 20 фирмаға 376,8 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы бирелде. Еңел сәнәғәт предприятиеларына – 100 миллион, урман сәнәғәте предприятиеларына – 40 миллион, эшҡыуарлыҡты үҫтереүсе муниципаль программаларға йәмғеһе 330 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Башҡортостанда иҡтисадҡа булышлыҡ сараларына 30 миллиард һум тотонолдо.