+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 11:22

ӨФӨ ҒАЛИМДАРЫ МЕГАГРАНТ ЯУЛАНЫ

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге ғалимдары РФ Хөкүмәте гранттарын алыуға конкурста еңеү яуланы. Грантҡа ғалим Инга Прокопенко етәкселегендәге «Мультиомикслы бирелмәләрҙе комплекслы анализлау һәм персоналаштырылған медицинаны үҫтереү өсөн юғары етештереүсәнле хисаплау инструменттарын эшләү» темаһына тикшеренеүҙәр лайыҡ булды.

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә алынған технологиялар кешенең нәҫелдән килгән һәм күп факторлы ауырыуҙарына ҡағылышлы молекуляр-генетик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн нигеҙ буласаҡ.
Мегагранттар 2021–2023 йылдарҙа актуаль һәм киләсәкле ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн алдынғы ғалимдар етәкселегендә донъя кимәлендәге лабораториялар ойоштороуға тәғәйенләнгән.
Читайте нас: