Бөтә донъя арзанлы, уңайлы, бөтәһе лә ҡулланырлыҡ вакцина көтә. Украинаға АҠШ препарат вәғәҙә иткән, ләкин уларҙың препараты әле булһа раҫланмаған һәм һынау үтеп бөтмәгән. Күршеләр батырҙарса беҙҙең вакциналарҙан баш тартырға тырыша. Әлеге президенттары абруйын юғалта, сөнки оппозиция халыҡ өсөн Рәсәйҙән вакцина һатып алыу тураһындағы һөйләшеүҙәрҙе уңышлы башлап ебәрҙе.
Төркиәнең һаулыҡ һаҡлау министры Фәхретдиндең Рәсәй вакцинаһынан баш тартыуы тураһындағы хәбәр дөрөҫ булмай сыҡты. Әле һөйләшеүҙәр башланып ҡына тора.
Ысынбарлыҡ иһә түбәндәгесә. Бөгөн Рәсәй етештереүселәре 1,2 миллиард дозаға 50-нән ашыу илдән заявка алған. Был тиклем дарыуҙы бер илдең дә фармакология сәнәғәте етештерә алмай. Заказды үтәүгә Ҡытай, Һиндостан, Төньяҡ Корея, Бразилия һымаҡ илдәрҙең дарыу етештереүселәре ҡушылған.