-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 13:42

ИКЕ КӨНГӘ ЮҒАЛҺАҒЫҘ, ҺЕҘҘЕ ЭШТӘН ЕБӘРӘСӘКТӘР

Ситтән тороп эшләү хаҡында федераль законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Эшләү шарттары, эш ваҡыты, эш хаҡы офисҡа килеп эшләүҙән айырылмай тип әйтерлек. Хәҙерге техник мөмкинлектәр учреждениеларға кешеләрҙе йыймайынса эште ойошторорға мөмкинлек бирә.Социологтар билдәләүенсә, был закон күпселеккә ыңғай йоғонто яһарға тейеш. Мәҫәлән, транспорт, төшкө аш сығымдары кәмей. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар косметикаға, кейем-һалымға әҙерәк аҡса тотонасаҡ, тигән фараз бар. Эш биреүсе шулай уҡ техника менән дә тәьмин итергә бурыслы.Хеҙмәт тәртибен һаҡлау мәсьәләһенә лә иғтибар ителгән. Әгәр ситтән тороп эшләүсе ғәфү ителмәҫлек сәбәп менән ике көн бәйләнешкә сыҡмаһа, уның менән контрактты өҙөүҙәре, йәғни эштән сығарыуҙары ихтимал. Шулай уҡ эшсенең йәшәү урынын алыштырыуы һәм бәйләнештең насарайыуы ла уны эштән ебәреү өсөн нигеҙ буласаҡ.

Ситтән тороп эшләү хаҡында федераль законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Эшләү шарттары, эш ваҡыты, эш хаҡы офисҡа килеп эшләүҙән айырылмай тип әйтерлек. Хәҙерге техник мөмкинлектәр учреждениеларға кешеләрҙе йыймайынса эште ойошторорға мөмкинлек бирә.

Социологтар билдәләүенсә, был закон күпселеккә ыңғай йоғонто яһарға тейеш. Мәҫәлән, транспорт, төшкө аш сығымдары кәмей. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар косметикаға, кейем-һалымға әҙерәк аҡса тотонасаҡ, тигән фараз бар. Эш биреүсе шулай уҡ техника менән дә тәьмин итергә бурыслы.

Хеҙмәт тәртибен һаҡлау мәсьәләһенә лә иғтибар ителгән. Әгәр ситтән тороп эшләүсе ғәфү ителмәҫлек сәбәп менән ике көн бәйләнешкә сыҡмаһа, уның менән контрактты өҙөүҙәре, йәғни эштән сығарыуҙары ихтимал. Шулай уҡ эшсенең йәшәү урынын алыштырыуы һәм бәйләнештең насарайыуы ла уны эштән ебәреү өсөн нигеҙ буласаҡ.

Читайте нас: