Тажзәхмәт һымаҡ сиргә ҡаршы көрәш вирусологтарҙы һәм эпидемиологтарҙы һаҡланыуҙың төрлө сараларын эҙләргә мәжбүр итә. Битлек һәм бирсәткәнең файҙаһы аҙ, тип сығыш яһаусылар булһа ла, быға тиклем кешелек шунан да арыуыраҡ юлын таба алғаны юҡ.
Бүлмәләрҙе, автобустарҙы, транспорт сараларын даими елләтеү ҙә файҙалы, ти белгестәр. Беҙҙә йәмәғәт транспортында кешеләр күпләп йөрөй. Тар, ҡыҫынҡы бүлмәләргә лә күпләп кереп тулалар. Шунда бер сирленең кереүе байтаҡ кешене зарарлауы ихтимал. Шуның өсөн кешеләр күпләп йыйыла торған урындарҙы даими елләтеү, һис шикһеҙ, йыйылыусылар өсөн файҙалы.