ВАКЦИНАНЫ ҺЫНАҒАН ВАҠЫТТА ҮЛЕҮСЕЛӘР ТЕРКӘЛГӘН
Был пандемия төрлө илдәрҙең фәнни-техник мөмкинлектәре өсөн дә һынау булып тора. Сөнки кем иң яҡшы препаратты уйлап таба, шул дәүләттең абруйы күтәреләсәк, йоғоноһо артасаҡ, табыш та күберәк киләсәк. Рәсәй ғалимдары уйлап тапҡан “Спутник V” вакцинаһы тиҫтәләгән илдә һынау үтә, ҡырҡлап ил һатып алырға теләк белдергән.
АҠШ-тың һәм Германияның ике фирмаһы берлектә етештергән вакцина һынауҙар ваҡытында бер нисә тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа осрағайны. Ошо аҙнала уларҙың вакцинаһын ҡабул иткәндән һуң, биш пациенттың үлеүе хаҡында хәбәр килде.
Рәсәйҙә унға яҡын препарат һынау үтә, өсәүһен әйләнешкә индереү буйынса рөхсәт ҡағыҙҙары әҙерләнә.