-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 12:58

ҠАҒИҘӘЛӘР ЯБАЙ, ТИК ҮТӘМӘҺӘҢ, ЭҘЕМТӘЛӘРЕ ҠАТМАРЛЫ

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына ашығыс мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Быға янғындар һәм утта һәләк булыусылар һаны иҫкен артыуы сәбәпсе булды.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика халҡына ашығыс мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Быға янғындар һәм утта һәләк булыусылар һаны иҫкен артыуы сәбәпсе булды.
Декабрҙең беренсе ун көнлөгөндә 24 кеше янғында һәләк булды, тине ул, һүҙен төбәктәге статистика менән дәлилләп, был һан былтырғы ошо осорҙағынан өс тапҡырға күберәк. Ике көн эсендә Бишбүләк һәм Ғафури райондарындағы янғындарҙа өс бала һәләк булған.
Фәрит Ғүмәров янғындарҙың өс төп сәбәбен атаны, улар: тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ; электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ тотоноу ҡағиҙәләрен үтәмәү; мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу.
Комитет рәйесе фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе ҡабатлап әйтте.
- Янғын сыҡмаһын тиһәгеҙ, өй эсендә тартмағыҙ, тәмәке төпсөгөн һүндереп ташлағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
- Үҙегеҙ эшләп алған йә боҙоҡ электр приборҙарын тоҡандырмағыҙ!
- Өйгә янғын тураһында хәбәр итеү ҡорамалдары ҡуйҙырығыҙ.
Минисиреналар эшләүе, Фәрит Ғүмәров килтергән һандарҙан күренеүенсә, Башҡортостанда быйыл 486 кешене, шул иҫәптән 203 баланы, янғындан ҡотҡарған. Мәҫәлән, 10 декабрь төнөндә Дәүләкәндә, минисирена тауышына уянып, биш кеше (өсөһө балалар) янып ятҡан йорттан сығып өлгөргән.
- Балалар менән бергә янғын осрағында нисек эш итергә кәрәклеген өйрәнегеҙ.
- Янғынды үҙ көсөгөҙ менән генә һүндерергә тырышып, ваҡытты әрәм итмәгеҙ.
- Эскән кешеләрҙе, шулай уҡ балаларҙы өйҙә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас в