Юғары наградаға лайыҡ булған Наилә Ғизетдин ҡыҙының тауышын күптәр ауыҙ асып, һүҙ әйтеүенән тигәндәй таный. Һәр өйҙә ул – үҙ кеше, күптәнге таныш. Шулай булмай ни, 55 йылдан ашыу башҡортостандарҙы Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Наилә Ғәләүетдинованың яғымлы тауышы сәләмләй, яңылыҡтар һөйләй, музыкаль һәм әҙәби тапшырыуҙар алып бара.