+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2020, 11:57

УҢҒАНДАРҘАН ҺӘМ ЕГӘРЛЕЛӘРҘӘН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

Тажзәхмәтте таратыусыларҙы фашлағандар. Улар һәр ойошмала, һәр учреждениела бар һәм бөтәбеҙгә лә ҡурҡыныс сирҙе йоҡтороуы ихтимал. Уларҙың бар белгәне – эш һәм тотороҡло эш хаҡы. Уларҙың күбеһе, был сирҙең миңә мөнәсәбәте юҡ, ул мине урап үтәсәк, тип уйлай. Тәү ҡарамаҡҡа тап шулай һымаҡ тойола.

Һәр ваҡыт эш менән булған, бына тигән итеп кейенгән, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәү өсөн йәнен фиҙа ҡылырға торған кешеләр бөгөн тажзәхмәтте таратыусыларҙың төп өлөшөн алып тора. Улар температураға, еңелсә йүтәлгә, тамаҡ ауыртыуға иғтибар ҙа итмәй, эшләгән бүлмәләрен елләтеү, һауаны алыштырыу, сирләгән осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итеү һымаҡ мәсьәләләрҙе ваҡ-төйәк тип ҡарай. Күпселеге сәләмәт йәшәү рәүешен һаҡлай, спиртлы эсемлектәр эсмәй, тәмәке тартмай, тартҡандары ташлау тураһында хыяллана. Уларҙың төп аҙығы – тәмләткестәр ҡушылған кетерләк картуф, эскәндәре – газлы һыу һәм ҡәһүә. Шуныһы яҡшы: улар таксиға өҫтөнлөк бирә, ләкин йылы автобусҡа ла килеп инеүҙәре ихтимал. Үҙҙәре һаҡланыу сараларын теүәл үтәй, сөнки түрәләр битлекһеҙ йөрөгән өсөн штраф менән ҡурҡыта. Бына шулар тарата ла инде коронавирусты.
Әгәр ундайҙар һеҙҙең ойошмала ла булһа, тиҙ арала эш урынын алыштырығыҙ йә уны эштән ҡыуҙыртығыҙ. Ләкин уларҙан ҡотолған осраҡта ла, һаҡланыу сараларын теүәл үтәү, бүлмәләрҙе елләтеү һәм башҡалар мотлаҡ сара булып ҡала.
Читайте нас: