Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылында өр-яңы ФАП асылды. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проектына ярашлы төҙөлдө.
Яңыһы һалынғансы фельдшер-акушерлыҡ пункты яраҡлаштырылған ғына ағас бинала көн итә торғайны. Әлбиттә, иҫке бина медицина ярҙамы күрһәтеү бинаһына ҡуйылған талаптарға яуап бирмәй ине.
Яңы модулдең майҙаны – 71,4 квадрат метр. Бөтә тейешле кабинеттары, ярҙамсы бүлмәләре бар, кәрәкле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән.
ФАП-та беренсел медицина-санитар ярҙамы ғына түгел, ашығыс һәм акушер-гинеколог ярҙамы ла күрһәтеләсәк, анализдар алынасаҡ. Тик әлегә яңы пунктта даими эшләүсе фельдшер юҡ, пациенттарҙы ваҡытлыса Гөлшат Фазлетдинова ҡабул итә.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы ҡолбаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашты, яңы ФАП менән ҡотланы, республика етәкселегенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт белдерҙе.